Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

1 апрелдә республикала электр энергияһына социаль нормалар индерелә

Иҡтисад

Электр энергияһына социаль нормалар 2013 йылдың 1 апреленән индерелә. Алдараҡ уларҙы 1 ғинуарҙан индерергә планлаштырылғайны. Был Рәсәйҙең 12 пилот төбәгенә, шул иҫәптән Башҡортостанға ҡағыла. Проект сроктарын күсереү тураһында «Российская газета» баҫмаһына интервьюла Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Ирина Булгакова хәбәр итте.

Был эксперимент шунан ғибәрәт: электр энергияһының билдәле бер күләменә халыҡ өсөн түбән хаҡтар билдәләнә, ә ул күләмдән артығыраҡ ҡулланылған электр энергияһы ҡиммәтерәк торасаҡ. Йәғни энергияны һаҡсыл ҡулланған кешеләр – әҙерәк, ә киловаттарҙы, тимәк, аҡсаны һанамағандар күберәк түләйәсәк.  

Ирина Булгакова һүҙҙәренсә, коммуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙың социаль нормаларына күсеү тураһындағы ҡарарға тиҙҙән ҡул ҡуйыласаҡ һәм йыл башынан ул үҙ көсөнә инәсәк. Электр яҡтыһына нормалар һәр төбәкә айырым билдәләнәсәк, шул уҡ ваҡытта юғары һәм түбән тариф араһындағы айырма яҡынса 25 процент тәшкил итәсәк.

Башҡортостандан тыш, проектта Владимир, Воронеж, Нижегород, Һамар, Иркутск, Курск, Липецк өлкәләре, Тыва, Байкал аръяғы, Приморье һәм Хабаровск крайҙары ҡатнаша. 2014 йылдан уларға илдең башҡа төбәктәре лә ҡушыласаҡ. Артабан бындай системаның һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ағыҙыу өлкәләрендә лә индерелеүе бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть