Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәш спортсыларға Башҡортостан Президентының исемле стипендиялары тапшырыласаҡ

Йәмғиәт

Быйыл 20 йәш спортсыға Башҡортостан Президентының исемле стипендиялары тапшырыласаҡ. Уларҙың барыһы ла республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа төрлө миҙалдар яулаған.

Улар иҫәбендә – күп тапҡыр республика ярыштары, Рәсәй, донъя һәм Европа беренселектәре призеры һәм еңеүсеһе, Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы Руфина Әйүпова, Европа беренселегенең бронза призеры һәм фехтование буйынса донъя беренселегендә ҡатнашыусы Марат Бакиров, Европа кубогы этабының һәм халыҡ-ара ярыштарҙың бронза призеры, Рәсәй беренселеге призеры, БР беренселегендә еңеүсе, фехтование буйына Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы Лев Осыка.  

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан асыҡлауҙарынса, стипендия 1997 йылда булдырылған.Төрлө йылдарҙа уларҙы атҡаҙанған спорт мастеры Реналь Ғәниев, билдәле баскетболсы Екатерина Коковихина, биатлон буйынса донъя чемпионаты призеры Белореттан Мария Косинова, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Ләйсән Раянова алған.

Дипломдар тапшырыу тантанаһы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында 12 декабрҙә үтә. Стипендияларҙы ведомство башлығы Андрей Иванюта тапшырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть