10 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2012 йыл, 12:26

Андрей Иванюта һәм Ирек Ялалов боҙ һарайҙарының донъя чемпионатын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен тикшерҙе

автор: Дмитрий Слезин | фото: Юлия Дмитриева

Дүшәмбе, 10 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайының хоккей буйынса 2013 йылғы донъя чемпионатын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен тикшерҙе.

Андрей Иванюта һәм Ирек Ялалов рәсми кешеләр өсөн бүлмәләргә, киң мәғлүмәт саралары өсөн махсус зоналарға, тамашасылар трибуналарына, сисенеп-кейенеү бүлмәләренә һәм һарайҙарҙың дөйөм инфраструктураһына айырыуса иғтибар бүлде, тип хәбәр иттеләр донъя чемпионатының матбуғат хеҙмәтенән.

Дөйөм алғанда объекттарҙың әҙерлек кимәле ыңғай баһаланды. Министр һәм ҡала башлығы Өфөнөң һәм республиканың донъя чемпионатын юғары кимәлдә ойошторасағына ышаныс белдерҙе.