11 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2012 йыл, 11:54

Республика Хөкүмәтендә Стәрлетамаҡ предприятиелары эшмәкәрлеге һәм экология мәсьәләләре тикшерелде

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Хөкүмәтендә экология мәсьәләләре һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Ултырышты республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов алып барҙы. Хөкүмәт ағзаларынан тыш, унда «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзалары ла ҡатнашты. Сергей Иванушкин предприятиеларҙың бөгөнгө торошо тураһында һөйләне, шулай уҡ әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған инвестиция программалары хаҡында хәбәр итте. Улар Стәрлетамаҡта экология мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итә.

— Һуңғы йылдарҙа Ағиҙел йылғаһы ныҡ һайыҡты. Шуға күрә етештереү күләмдәре арттырылһа, хлоридтар концентрацияһы тейешле нораманан артып китәсәк, — тине Сергей Иванушкин. – Шуның өсөн етештереү күләмдәрен арттырыуҙа ҡалдыҡ һыуҙар ағыҙыу беҙҙең өсөн етди кәртә булып тора, сөнки экология мәсьәләһе үтә мөһим. «Сода» предприятиеһында тормошҡа ашырылған инвестиция программаһы бындай кәртәләрҙе бөтөрөргә ярҙам итәсәк. Атап әйткәндә, шыйыҡсаны фильтр аша үткәреү станцияһы төҙөлә, ул ҡаты ҡалдыҡтарҙы шыйыҡтарынан айырырға мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡаты ҡалдыҡтарҙы төҙөлөш өлкәһендә ҡулланып буласаҡ. Ошоға бәйле пердприятиеның Директорҙар советы хлорлы кальций етештереү күләмдәрен 100 мең тоннаға арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был программа алдағы йылдарҙа ғәмәлләштереләсәк. Шулай итеп, етештереү күләмдәре арттырыласаҡ һәм экология мәсьәләһе хәл ителәсәк, — тип ышандырҙы Сергей Иванушкин.