10 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2012 йыл, 11:04

Рөстәм Хәмитов АҠШ журналистары менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

10 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Time» журналы хәбәрсеһе Алисса Эмброуз, «New York Times» гәзите журналисы Мэттью Брауэр һәм «Oil and GasYear» баҫмаһы мөхәррире Джозеф Хэммонд менән осрашыу үткәрҙе. Республика етәксеһе Башҡортостанды үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Президент үҙенең командаһының эшмәкәрлеген нисек баһалай, тип ҡыҙыҡһынды ҡунаҡтар.

— Беҙҙең эшмәкәрлектең ҡайһы бер һөҙөмтәләренә баһа бирергә лә була, — тип яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов. – Беренсенән. Республика заманса үҫешә башланы, донъяла һәм йәмғиәттә барған процестарға йөҙө менән борола. Һүҙ демократик азатлыҡ, аралашыуҙа асыҡлыҡ, үҙ фекереңде әйтеү мөмкинлеге хаҡында бара. Хатта оппоненттарым да, республикала «тын алыуы» иркенерәк була башланы, ти. Икенсенән. Төбәкте сәнәғәт йәһәтенән үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, предприятиелар төҙөү өсөн инвесторҙар йәлеп итәбеҙ. 2013 йылда химия производствоһы, урман эшкәртеү, машиналар эшләүгә бәйле бер юлы бер нисә ҙур мега-предприятие төҙөргә ниәтләйбеҙ. 2014 йәки 2015 йылда был предприятиелар эшләй башлаясаҡ, тип уйлайым.

Ауыл хужалығы иҡтисадтың мөһим бер өлөшө булып тора. Беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, был кешеләрҙе лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был заманса, яңы технология менән йыһазландырылған эш урындары булырға тейеш. Йәғни беҙ фермер хужалыҡтарын ойоштороуҙан тыш, ауыл хужалығының сәнәғәт өлөшөн булдырыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ.

Өсөнсө йүнәлеш – бизнесты, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Сәнәғәт производствоһы күләмендә бәләкәй, урта бизнес яҡынса 20 процент тәшкил итә. Был күп түгел. Миңә башҡа һандар оҡшай – 30, 40 йәки 50 процент. Бындай һандарға ынтылырға кәрәк. Административ кәртәләрҙе кәметеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу зарур. Был йүнәлештә ҡаршылыҡтар етерлек: муниципалитеттар, республика һәм федераль властар араһында вәкәләттәрҙең бүленмәгән булыуы. Беҙҙә ер ресурстары, милек комплексы насар ҡулланыла. Барлыҡ был мәсьәләләрҙә ҙур бюрократик процедураларға урын бар. Ҙур инвестор менән эш алып барғанда, уларҙың һәр береһенә шәхси ярҙам күрһәтәбеҙ. Бәләкәй бизнеста иһә тотош система кәрәк.

Дүртенсе йүнәлеш – йәмғиәтте мәғлүмәтләштереү. Мәғлүмәт йәмғиәтен булдырыуға булышлыҡ итергә теләйбеҙ. Аҡыллы йәмғиәт, электрон белем биреү системаһын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙә был йүнәлештә белгестәр әҙерләгән ҙур университеттар етерлек. Бындай мөмкинлектәр менән файҙаланырға тейешбеҙ. Мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрен, интеллектуаль мөхитте үҫтереү мәсьәләләре лә мөһим. Республикала белем биреү системаһы ярайһы уҡ ҙур. Ул заманса, интерактив булырға тейеш, был йәһәттән дә эшмәкәрлек алып барыла. Алда һанап үтелгән һәр йүнәлеш буйынса ике йыл эсендә ниндәйҙер аҙымдар яһалды. Бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәр тармаҡта ла ҙур алға китеш була алмай, әммә үҙгәрештәр бар.