Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Йыл башынан республикала хеҙмәт биржаһы ярҙамында 75 меңдән ашыу кеше эшкә урынлашҡан

Иҡтисад

2012 йыл башынан республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә яраҡлы эш табыуҙа ярам итеүҙе һорап 107 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уның ярҙамында Башҡортостанда йшәгән 75 меңдән ашыу кеше был ваҡыт эсендә эшкә урынлашҡан.

БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта төбәктә 25 меңдән ашыу рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта, 2012 йылдың август-октябрь айҙарына тикшеренеүҙәр мғлүмәттәре буйынса, эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, Башҡортостанда 126,8 мең кешегә етә.

Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле ноябрь аҙағына республикала 1,2 процент тәшкил итте. Дөйөм эшһеҙлек кимәле, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһына ярашлы, төбәктә 6,1 процентҡа тиң.

Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,8-гә етә. Ағымдағы йылдың тәүге 10 айы эсендә республиканың вакансиялар банкына йәмғеһе 270 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт ҡабул ителгән. Бөгөнгө көндә хеҙмәт биржаһында 32 мең вакансия иҫәпләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда иҡтисади йәһәттән әүҙем граждандарҙың һаны әлеге ваҡытта ике миллион кешенән ашыу тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть