9 декабрь, Йома

10 декабрь 2012 йыл, 16:09

Башҡортостан көрәшселәре Ҡазанда Рәсәй чемпионатында миҙалдар яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге тамамланды. Ярыштар ике көн дауамында «Аҡ Барс» һарайында үтте.

Быйылғы сара көрәшселәр һаны буйынса рекордлы булды – унда Рәсәйҙең 36 төбәгенән 245 спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан көрәшселәре дүрт алтын, алты көмөш һәм ике бронза миҙал алып ҡайтты, дөйөм команда иҫәбендә өлкәндәр араһында ла, йәштәр араһында ла икенсе урынға лайыҡ булды.

Беренсе урындарҙы йәштәр һәм өлкәндәр араһында Ҡазан командалары яуланы. Өсөнсө урынға өлкәндәр араһында – Пермь крайы командаһы, йәштәр араһында Ханты-Манси автономиялы округы командаһы лайыҡ булды.

Шәхси иҫәптә ҡаҙаныштар түбәндәгесә:

алтын миҙалға өлкәндәр араһында – Альберт Рәхмәтуллин (75 кг), йәштәр араһында – Артур Зөлҡәрнәев (70 кг), Дим Хәйруллин (75 кг) һәм Дмитрий Поваренкин (80 килограмдан ашыу) лайыҡ булды;

көмөш миҙалға өлкәндәр араһынан – Илфак Ибәтуллин (60 кг), Марат Зарипов (70 кг), Наил Мөхәмәтйәнов (80 кг), Рөстәм Исламов (85 кг), йәштәр араһында – Артур Нурмөхәмәтов (50 кг), Илдар Баһауетдинов (60 кг) лайыҡ булды;

бронза миҙалдарҙы иһә өлкәндәр араһынан Булат Бүләков (65 кг) һәм Рәдиф Аҡсурин (100 килограмдан ашыу) яуланы.