9 декабрь, Йома

10 декабрь 2012 йыл, 15:25

Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан парламентарийҙары был аҙнала профилле комитеттар ултырыштарын үткәрәсәк.

11 декабрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өс комитеты депутаттары ултырыштар үткәрә. Улар – Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет (12 сәғәттә), Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитет (14.30 сәғәттә) һәм Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет (16 сәғәттә).

12 декабрҙә 11.30 сәғәттә Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеттың ултырышы үтә.

13 декабрҙә Бюжет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет (10.00 сәғәттә) һәм Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет (11.30 сәғәттә) ағзалары йыйыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика парламентының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты үҙенең ултырышын 5 декабрҙә Белоретта үткәрҙе.