4 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2012 йыл, 15:06

Өфөлә инвалидтар өсөн туристик сәфәрҙәр программаһы әҙерләнгән

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә 2011-2015 йылдарға ситтән килеү һәм эске туризмды үҫтереү ҡала маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Социаль туризм уның йүнәлештәренең береһе булып тора, ул пенсионерҙар, етем балалар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге программа сиктәрендә үтеп барған йылдың декабрендә Өфөнән 160 кешегә Павловка һыуһаҡлағысының турбазаһына путевка һатып алғанда ярҙам күрһәтеләсәк. Программаға ярашлы, туристр путевка хаҡының ни бары 30 процентын түләйәсәк. Путевка хаҡына ике урынға иҫәпләнгән бүлмәләргә урынлаштырыу, көнөнә өс тапҡыр ашатыу, мәҙәни саралар ойоштороу, шулай уҡ квалификациялы экскурсовод хеҙмәттәре, ял базаһы инфраструктураһы менән файҙаланыу инә.

Программа физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе мөмкин тиклем социаль яраҡлаштырыу маҡсатында индерелә, тип аңлаттылар ойоштороусылар.