3 декабрь, Шәмбе

10 декабрь 2012 йыл, 14:30

Төбәктә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы эмблемаһына конкурс иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы эмблемаһы һәм девизы проектына республика конкурсы иғлан итте.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһын һәм девизын булдырыу, республика халҡының ижади мөмкинлектәрен ҡеүәтләү һәм тормошҡа ашырыу, шулай уҡ киң йәмәғәтселек иғтибарын Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына йәлеп итеү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыуға барлыҡ теләүселәр саҡырыла. Эштәргә талаптар министрлыҡтың рәсми сайтында, «Көнүҙәк мәғлүмәт» бүлегендә урынлаштырылған.

Еңеүсегә «Тәбиғәт» журналына бер йылға бушлай яҙылыу мөмкинлеге биреләсәк, шулай уҡ ул БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнәсәк.

Конкурс эштәре электрон төрҙә һәм ҡағыҙҙа 2012 йылдың 20 декабренә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86 (213-сө бүлмә) адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: (347)272-36-85.