Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең төп Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан 115 бала барасаҡ

Йәмғиәт

Кремлдә үтәсәк дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһында Башҡортостандан 115 бала ҡатнашасаҡ. Балалар Мәскәүгә самолет менән 25 декабрҙә оса. Баш ҡалала улар өс көн була.

— Балалар менән ҡуша 29 өлкән кеше бара. Улар араһында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, педагогтар, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре бар, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова.

Йола булараҡ, Кремлдәге кисәгә уҡыуҙа «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған балалар, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар ҡатнаша.

Мәрүә Ғилметдинова һүҙҙәренсә, Башҡортостандан балаларҙың Мәскәүгә сәфәре өс көнгә иҫәпләнгән. «Әйтеп биргеһеҙ матурлыҡ» тамашаһынан тыш, балалар өсөн экскурсиялар ҡаралған.

Кремль һарайында илдең төрлө төбәктәренән 5 меңдән ашыу бала йыйыласаҡ. 8-14 йәштәрҙәге балаларҙы музыкаль спектакль, бейеү-уйын программаһы, төрлө конкурстар көтә. Яңы йыл байрамы 26 декабрҙә үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть