Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Учалыла Рөстәм Хәмитов мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашты

Йәмғиәт

Учалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге филиалында булды.

Реабилитация үҙәгенең Учалылағы филиалында 36 кеше, шул иҫәптән дүрт педагог, табип-педиатр, табип-психиатр эшләй. 2011 йылда стационар бүлек, йәғни 15 урынға иҫәпләнгән дүрт палата асылған. Реабилитация курсы 21 көн дауам итә. Көндөҙгө бүлектә лә 15 бала өсөн шундай уҡ реабилитация курсы ҡаралған. Ағымдағы йыл башынан алып реабилитация курсын 300-ҙән ашыу кеше үткән. Пациенттар араһында яңы тыуған сабыйҙар, балалар, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр бар.

Рөстәм Хәмитов мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән аралашты.

— Йәмғиәт, ниһайәт, ҡаты сирләгән балалар проблемаларына йөҙө менән борола башланы. Инфраструктура үҫешә, социаль объекттар, белем биреү учреждениелары төҙөлә. Учалылағы үҙәк Башҡортостанда иң яҡшы үҙәктәрҙең береһе булып тора, әммә ундайҙар әҙ. Реабилитация үҙәктәрен төҙөү зарур, башҡаса мәсьәләне хәл итеп булмай. Бындай балаларҙың проблемаларын «күңелгә яҡын алырға» кәрәк, — тине республика башлығы.

Президент иҫәпләүенсә, инвалид балалар менән эшләргә тейеш системаны билдәләү зарур.

— Мин инклюзив белем биреү яҡлы. Бындай балаларҙы йәмғиәттән айырырға кәрәкмәй, тип иҫәпләйем, — тине республика башлығы. Ситтән тороп белем биреүгә лә иғтибар бүлергә кәрәк. Алдағы йылда республикала электрон университет булдырыласаҡ.

Ата-әсәләр фекеренсә, балалар реабилитация үҙәктәрендә 18 йәшкә тиклем түгел, ә 21-гә тиклем булырға тейеш.

Был фекерҙе Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла хуплай.

— Башҡортостанда йәш инвалидтар өсөн реабилитация үҙәктәре юҡ. 18 йәштән һуң бала үҙ ҡарамағында ҡала. Ғәмәлдәге ҡануниәттә һәм «Социаль хеҙмәтләндереү тураһында»ғы закондың яңы редакцияһында бушлай медицина ярҙамы балаларға ғына күрһәтелә, — тине Ленара Иванова.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан парламенты депутаттарына мөрәжәғәт итеп, тейешле төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.

Шулай уҡ Ленара Иванова фекеренсә, үҙәктәге нвалидтар һөнәри оҫталыҡ туплап, артабан үҙ көнөн үҙҙәре күрә алһын өсөн, һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеген алып барырға кәрәк.

Бынан тыш, осрашыуҙа дарыуҙар һәм кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Сер түгел, бындай учреждениеларҙа хеҙмәткәрҙәр йыш алмашынып тора. Был ауыр эш шарттары һәм түбән хеҙмәт хаҡы менән аңлатыла.

Рөстәм Хәмитов инвалидтарҙы реабилитациялау программаһын әҙерләргә тәҡдим итте. Шул иҫәптән бындай үҙәктәрҙә эшләгән йәш белгестәр өсөн өҫтәмә түләүҙәр биреү, торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлектәре һәм башҡа төрлө социаль гарантиялар ҡаралырға тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть