3 декабрь, Шәмбе

10 декабрь 2012 йыл, 10:02

Башҡортостан Президенты Учалы районында булды

автор: Розалия Вәлиева, Эльмира Сабирова | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Учалы районында булды.

Төбәк башлығы республикала берҙән-бер муниципаль филармония эшмәкәрлеге менән танышты. Унда капиталь ремонттан һуң концерт залы асылған.

Учалы районының төп мәҙәниәт үҙәге 1970 йылда төҙөлгән, шул ваҡыттан алып бында капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән. Концерт залы һуңғы ваҡытта тейешле талаптарға, тәү сиратта янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән. Шуға күрә 2011 йылдың яҙында залды ремонтҡа ябырға ҡарар ителгән.

Төҙөүселәрҙең тырышлығы менән концерт залы тулыһынса яңыртылған. Рөстәм Хәмитов Учалы филармониһының реконструкциянан һуң асылған залының акустика һәм яҡтыртыу мөмкинлектәре хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Мәҙәниәт учреждениеһы директоры Ильвера Гибаева һөйләүенсә, зал заманса техника менән йыһазландырылған, бында яңы акустика системалары урынлаштырылған. Шулай уҡ, «яңы залда урындар һаны 500-ҙән 400-гә тиклем кәметелде, был тамашасыларға уңайлы булһын өсөн эшләнде», тине директор.

Өҫтәп үтәйек, ремонтҡа республика бюджетынан – яҡынса 23 миллион һум, район бюджетынан 10 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде.

Артабан Президент ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды, унда райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары вәкилдәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов продукция ассортименты һәм уларға хаҡтар менән танышты, һатып алыусылар һәм йәрминкәлә ҡатнашҡан һатыусылар менән аралашты.

Урындағы халыҡ республика башлығынан йәрминкәләр үткәреү йолаһын артабан да дауам итеүҙе һораны. «Йәрминкәләр киләсәктә лә үткәреләсәк», тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.