3 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2012 йыл, 18:00

Светлана Атанғолова Германияла үткән форумда сығыш яһаны

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан йырсыһы Светлана Атанғолова Германияла Вальтер Шеель форумының беренсе конференцияһында сығыш яһаны. Ул башҡорт композиторы Рим Хәсәнов яҙған «The Candle» («Шәм») балладаһын башҡарҙы. Йырсының сығышын барыһының да күңеленә хуш килде.

Бад-Кроцинген (Баден-Вюртемберг федераль ере) ҡалаһында үткән форумда ике илдең сәйәсмәндәре, бизнесмендары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.