11 декабрь, Йәкшәмбе

07 декабрь 2012 йыл, 17:13

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— Үтеп барған йыл сәйәси сараларға бай булды. Рәсәй Президенты һайлауҙары, урындағы һайлауҙар уҙғарылды. Һайлау кампанияһын лайыҡлы, артыҡ ғауғаһыҙ үткәрҙек, Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһенә өлгәштек, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 7 декабрҙә Өфөлә үткән «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һайлау һөҙөмтәләре власҡа ҡарата ышаныстың төп күрһәткестәре булып тора. Һәм берҙәм рәсәйлеләрҙең һайлауҙағы юғары күрһәткестәре республика халҡының уларға ҡарата ышаныс белдереүенә асыҡ дәлил булып тора.

Быйыл илдең сәйәси тормошонда ҙур үҙгәрештәр булды, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Уның һүҙҙәренсә, халыҡтың сәйәси әүҙемлеге арта, илдә протест белдереүсе хәрәкәттәр барлыҡҡа килә. Үткән йылдың 90-сы йылдары менән сағыштырмаса, оппозиция үҙ позицияларын ярайһы уҡ нығытты.

Алдағы ваҡытта яңы партиялар һанының артыуын көтөргә кәрәк, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Быларҙың барыһы ла сәйәси конкурентлыҡты ҡырҡа арттыра. Әммә бынан ҡурҡырға ярамай, тип билдәләне Президент, сөнки конкуренцияһыҙ алға китеш, үҫеш юҡ.

Республика башлығы Башҡортостан алдында торған төп бурыстарҙы һәм уларҙы хәл итеүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең ролен билдәләне.

— Башҡортостан бөгөн үҙенең алдына яңы етди бурыстар ҡуя, мөһим аҙымдар яһай. Беҙ инициативалы һәм йылдам үҫешкән алдынғы төбәктәр иҫәбендә үҙ позицияларыбыҙҙы нығытырға тейешбеҙ, — тине Президент.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төбәктәр араһында барыбер ҙә үҙ-ара ярышыуға урын бар. Һәм был ярышта уңыштарға өлгәшеү өсөн Башҡортостан яңыртыу процестарында әүҙем ҡатнашырға тейеш. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республика башлығы тормоштоң бөтә өлкәләрен аҡыллы йәмғиәт принцибы буйынса үҫтерергә кәрәклеге хаҡында әйтте. Бының күп көс талап итеүенә ҡарамаҫтан, маҡсаттарға өлгәшеп була, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, киләсәккә етди, ҙур бурыстар билдәләнһә лә, оптимизм өсөн урын бар. Үтеп барған йылда Башҡортостан тулайым төбәк продукты күләме буйынса триллион һумлыҡ сикте үтеп бара. Төп капиталға инвестициялар үҫеше 30 процент кимәлендә көтөлә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, юғары технологиялы производстволар төҙөү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла.

– Иҡтисадты үҫтереү буйынса беҙҙең эшмәкәрлек халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Һуңғы йылдарҙа башланған был өлкәләге ыңғай үҙгәрештәргә яңы көс биреү зарур,- тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. – Тәү сиратта был социаль, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләрен нығытыуға, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға, арзан торлаҡ төҙөүгә, халыҡтың килемен арттырыуға ҡағыла.

Республика башлығы билдәләүенсә, был йүнәлештә эштәр алып барыла һәм ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар.

Барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһы республика етәкселегенең төп таянысы булып ҡала, тине Рөстәм Хәмитов. Был йәһәттән йәнә бер мөһим фактор билдәләнә – партиялар йәмғиәтте һәм власты бәйләп тороусы звеноға әүерелә.

— Партия власть алдында халыҡ мәнфәғәттәрен, халыҡты яҡларға тейеш. Теге йәки был власть вәкиле үҙ бурыстары хаҡында онота ҡалһа, ҡатыраҡ булыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, — тигән фекерен белдерҙе төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, халыҡ менән аралашыу тәүге планға сыға, партия активы аша республикала йәшәгән һәр кешегә сығыу зарур.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы заман талаптарына яуап бирергә тырыша, ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итә. Өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә «Домком» һәм «Яҡташтар» билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта бындай идеялар күберәк булырға тейеш, тине Башҡортостан Президенты.