Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Павел Качкаев урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләре буйынса форумда ҡатнашты

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев ошо көндәрҙә Сыктывкарҙа үткән «Рәсәйҙә урындағы үҙидараны үҫтереү тураһында: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» төбәк-ара конференцияһында ҡатнашты. Башҡортостандан закон сығарыусы «Күп фатирлы торлаҡ йорттарға капиталь ремонт үткәреүҙе планлаштырыу һәм финанслау системаһын ойоштороу буйынса яңы алымдар тураһында» доклады менән сығыш яһаны.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең 2011 йыл башына ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 1,6 миллиондан ашыу күп фатирлы йорт иҫәпләнә, уларҙа яҡынса 45 миллион кеше йәшәй. Торлаҡ йорттарҙың 30-65 процентына капиталь ремонт талап ителә.

Әлеге тема сиктәрендә Павел Качкаев «Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты сиктәрендә тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙең төп параметрҙарына туҡталды. Документ йорт хужалары һәм бөтә кимәлдәге бюджеттар средстволарын бергә туплау юлы менән күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүҙе финанслауҙың оҙайлы сроклы ныҡлы механизмдарын булдырыуға йүнәлтелгән.

Павел Качкаев һүҙҙәренсә, бөгөн күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүҙе финанслауҙың яңы механизмдарын булдырыу зарур. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһы субъекттарына төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, үҙҙәренең территорияһында күп фатирлы йорттарға капиталь ремон үткәреүҙе финанс һәм ойоштороу йәһәтенән тәьмин итеү системаһын булдырыу буйынса вәкәләттәр биреү талап ителә.

Был закон проектына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарына капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк системаларын булдырыуға һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән норматив хоҡуҡи акттар ҡабул итеү буйынса бурыстар йөкмәтелә. Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа фатир хужаларына ай һайын аҡсалата түләү индереү ысулы менән йортҡа капиталь ремонт үткәреү фондын формалаштырыу буйынса бурыстар йөкмәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть