Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Киров районында балалар баҡсаһы асылды

Йәмғиәт

Өфөлә йәнә бер балалар баҡсаһы төҙөлдө. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы «Колгуевский» биҫтәһендә асылды.

63-сө балалар баҡсаһы 220 сабыйға иҫәпләнгән. Бында 2-7 йәштәрҙәге балалар өсөн 12 төркөм эшләйәсәк. Сабыйҙар өсөн спорт һәм музыка залдары, экология үҙәге, тикшеренеүҙәр лабораторияһы, һынлы сәнғәт студияһы йыһазландырылған. Шулай уҡ учреждениела өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү бүлмәләре, медицина кабинеты, туҡланыу блогы эшләй.

Өфөнөң Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «2008 – 2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһы һәм 2010 – 2012 йылдарға шундай уҡ ҡала программаһы сиктәрендә Башҡортостан баш ҡалаһында асылған был бишенсе балалар баҡсаһы.

Киләсәктә 63-сө балалар баҡсаһы нигеҙендә мәғлүмәт, матди-техник, фәнни-методик ресурстар менән ирекле ҡулланыуҙы тәьмин итеү маҡсатында мәғлүмәт-ресурс үҙәген асыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть