9 декабрь, Йома

07 декабрь 2012 йыл, 14:27

Башҡорт дәүләт медицина университетының сығарылыш курс студенттары һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре менән осрашты

автор: Әлим Фәйезов

Башҡорт дәүләт медицина университетында республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәренең алтынсы курс студенттары менән осрашыуы үтте. Сарала шулай уҡ БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова, Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Нәзир Минһажев, Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Александр Цыглин, университет факультеттары декандары ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.

Рәлиҙә Шакирова билдәләүенсә, Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларына йәш табиптарҙы йәлеп итеү ведомствоның төп бурыстарының береһе булып тора. Министр урынбаҫары кадрҙар мәсьәләһенә туҡталды, табиптарға социаль ярҙам күрһәтеү саралары, шул иҫәптән «Земство табибы» программаһы хаҡында һөйләне, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниндәй белгестәрҙең айырыса һорау менән ҡулланылыуы хаҡында әйтте. «Яҡын киләсәктә беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының кадрҙар рәтен тулыландырырһығыҙ, республика халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшырыту өсөн бөтә көсөгөҙҙө һәм белемегеҙҙе йүнәлтерһегеҙ, тип ышанам», — тине Рәлиҙә Шакирова.

Осрашыу барышында студенттар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мөмкинлектәре тураһында хәбәрҙар булды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, студенттар менән бындай осрашыуҙар Башҡорт дәүләт медицина университетында йыш үткәрелә. Улар буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә дөрөҫ йүнәлеш һайларға ярҙам итеү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.