7 декабрь, Шаршамбы

07 декабрь 2012 йыл, 12:51

Йылайыр районында яңы мәсет төҙөлдө

автор: Арина Рәхимҡолова

Йылайыр районының Ишбулды ауылында яңы мәсет асылды. Ауыл халҡы уны «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеп алған аҡсаға төҙөгән.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге конкурста ауыл өсөнсө урын яулаһа ла, еңеп алынған средстволар мәсет төҙөүгә генә түгел, балалар майҙансығын булдырыуға ла еткән. Шулай уҡ ауылда ике ҡоҙоҡ ҡаҙылған. Шулай итеп, Ишбулдыла һәр ваҡыт киҫкен торған һыу мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының һөҙөмтәләре майҙа иғлан ителгәйне. Ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр араһында мосолмандар, шул иҫәптән имамдар әҙ булманы. Улар билдәләүенсә, исламда алкоголле эсемлектәр тыйыла, шуға күрә конкурс идеяһын улар тәүгеләрҙән булып ҡабул иткән.

темалар: дин,мәсеттәр