8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2012 йыл, 11:29

Төбәктә 2013 йылда Дельфий уйындарын үткәреү мөмкинлеге тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһы менән осрашыуы барышында Өфөлә 2013 йылда халыҡ-ара Дельфий уйындарын үткәреү мөмкинлеге тикшерелде.

Халыҡ-ара Дельфий комитеты директоры Владимир Понявин һөйләүенсә, Беренсе халыҡ-ара Дельфий уйындары заманса форматта 2000 йылда үткән. Ошо ваҡыт эсендә илдә 12 йәштәр Дельфий уйыны үткәрелгән. Һуңғы өс йылда уларҙа барлыҡ 83 субъекттан йыйылма командалар ҡатнашҡан.

— Һеҙҙең республиканың йыйылма командаһы уйындарҙа гел ҡатнашып килә һәм команда беренселегендә алдынғы урындар яулай, — тине Владимир Понявин. – Сираттағы милли уйындарҙы Өфөлә үткәрергә булыр ине.

— 2013 йылда республикала күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар планлаштырыла һәм Дельфий уйындары алдағы йылдың ваҡиғалар теҙмәһенә үҙ өлөшөн индерә алыр ине, тип уйлайым, — тигән фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Был мәсьәлә буйынса ҡарар алдағы аҙнала ҡабул ителәсәк.

Шулай уҡ әлеге осрашыу сиктәрендә «Шүлгәнташ» тәбиғәт комплексын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе тикшерелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул яҡынса исемлеккә индерелгәйне инде.

— Исемлектең яҡынса булыуына ҡарамаҫтан, ул етди статусҡа эйә һәм Рәсәй Федерацияһына, республикаға билдәле бер бурыстар өҫтәй, — тип билдәләне РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе. – Был йүнәлештә эштәр алып барыла һәм улар әүҙемләштереләсәк. Ошоға бәйле бында бөтә донъя мираҫы буйынса айырым кафедралар булдырыу ниәте лә бар.

Теманы дауам итеп, Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғәт мираҫының Рәсәй милли комитеты рәйесе Игорь Маковецкий «Шүлгәнташ»тың «мәҙәни-тәбиғәт мираҫы» категорияһына индерелеүе хаҡында әйтте. Бөгөн Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Рәсәйҙең 25 объекты ингән, тип билдәләне ул.

Үҙ сиратында, Башҡортостан Президенты ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияға республикала ЮНЕСКО-ның «Башҡорт Уралы» биосфера резерватын булдырыу йәһәтенән башҡарған эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Әлеге резерватты ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған тәбиғәт объекттары исемлегенә индереү беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Григорий Орджоникидзе республика башлығына «Башҡорт Уралы» биосфера резерватын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында сертификат тапшырҙы.

Осрашыуҙа шулай уҡ мәғариф мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, бөгөн ЮНЕСКО проектына республиканың 100-ҙән ашыу ҡала һәм ауыл мәктәбе йәлеп ителгән, уларҙан 21 мәктәп ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе халыҡ-ара сертификатына эйә.

— Был уҡыу йорттары менән ғорурланабыҙ. Улар алдынғы позициялар биләй, күп кенә конкурстарҙа ҡатнаша, белем биреүҙә инновацион алымдар ҡуллана, — тине Президент.

Шулай уҡ осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан социаль технологиялар институты нигеҙендә ЮНЕСКО-ның һөнәри белем биреү буйынса ЮНЕВОК үҙәген асыу планлаштырыла. Григорий Орджоникидзе хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә Рәсәйҙә бындай үҙәктәр юҡ.

Осрашыу һуңында Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы, Бөтә донъя мираҫының Рәсәй комитеты һәм ЮНЕСКО кафедраһы араһында ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды.