5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2012 йыл, 9:55

Башҡортостан Президенты Feka Construction Industry&Trade Inc компанияһы етәкселеге менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

6 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Feka Construction Industry&rade Inc компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы, Директорҙар советы ағзаһы Зафер Эрен һәм «Фека Констракшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Шәмсетдинов менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа Өфөлә – ҡунаҡхана-эш үҙәген, Стәрлетамаҡта сауҙа-күңел асыу үҙәген төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.

— Бындай хеҙмәттәшлеккә шатбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең компанияны уңышлы, яҡшы эшләгән, һәр эште юғары сифатлы итеп башҡарған, үҙ һүҙендә торған компания булараҡ беләбеҙ. Беҙҙе ҡунаҡхана хужалығына, ҡала халҡының ялына бәйле һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар ҡыҙыҡһындыра. Өфө һәм Башҡортостан Республикаһы ҙур халыҡ-ара форумдар ҡабул итергә әҙерләнә. Әлбиттә, беҙгә республиканы һәм ҡаланы биҙәйәсәк заманса биналар кәрәк.

Feka Construction Industry&rade Inc компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы Башҡортостан Президентына йылы ҡаршы алғаны өсөн рәхмәт әйтте һәм республикала дәүләт объекттарын төҙөүҙә ҡатнашыу, инвестициялар һалыу буйынса компанияның пландары менән бүлеште.

— Үҙебеҙ өсөн республикала ике проект билдәләнек, улар өҫтөндә компания вәкилдәре өс йылдан ашыу эшләй, — тип хәбәр итте Абдулҡадир Ферахлы. – Уларҙың тәүгеһе – Өфөлә ижтимағи-эш комплексын төҙөү. Инвестициялар күләме яҡынса 210 миллион доллар тәшкил итәсәк. Стәрлетамаҡтағы проект өсөн 90 миллион доллар кәрәк буласаҡ. Беҙҙең өсөн Өфөләге проект өҫтөнлөклө булып тора, сөнки саммиттарға отелдәр төҙөү зарур. Өфөлә ер участкаһы менән проблема юҡ. Ҡайһы бер мәсьәләләр килеп тыуа, әлбиттә, әммә улар хәл итерлек. Әлеге объектҡа инженерлыҡ коммуникацияларын үткәрергә кәрәк. Өфө башлығы был мәсьәләлә беҙгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Стәрлетамаҡта участка хужаһы менән ҡайһы бер һорауҙар килеп тыуа. Уларҙы тулыһынса хәл иткәндән һуң, был ҡалала эштәрҙе башлясаҡбыҙ.