10 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2012 йыл, 17:57

Рөстәм Хәмитов Йәштәр конвентын «яңы идеялар тыуҙырған» майҙансыҡ тип атаны

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Конгресс-холында «Йәштәр эшҡыуарлыҡ һәм инноватика конвенты» форумы үтә. Уны ойоштороусылар булып БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы ҡатнашлығында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Синергия» эшҡыуарлыҡты һәм социаль инновацияларҙы үҫтереү институты, «Сила поколения» йәш эшҡыуарҙар берләшмәһе сығыш яһай.

Ике көнлөк форум программаһында секциялар буйынса йәштәр проекттары күргәҙмәһе, «Һин — эшҡыуар», «Зворыкин проекты», «IT-технологиялар» федераль йәштәр проекттарының презентацияһы ҡаралған. Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Инновацион төбәктәр ассоциацияһының башҡарма директоры Иван Бортник, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генераль советының аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары Валерий Казейкин, Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Виктор Климов булды.

Конвентты асып, Иван Бортник яҡшы идеяның фәнни мөмкинлек кенә түгел, ә тауарға әйләнәсәк эшләнмә булыуын да билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда бындай идеялар тыуҙыра алған йәштәр күп.

Форумда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та булды. Бөгөн конвентта ҡатнашҡан йәш эшҡыуарҙар, уйлап сығарыусылар «аҡыллы» йәмғиәт булдырыуҙа таяныс булып тора, тип билдәләне ул.

– Конвент – бер яҡтан, фекер алышыу һәм белем туплау майҙансығы булһа, икенсе яҡтан – ул ҡануниәткә ҡарата яңы алымдар уйлап тапҡан, яңы идеялар тыуҙырған майҙансыҡ та була ала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала, нефть химияһы сәнәғәте һәм машиналар эшләү тармағынан тыш, радиоэлектроника сәнәғәтен дә әүҙем үҫтерергә кәрәк. Президенттың был фекерен Иван Бортник та хупланы.

– Республиканың мөмкинлектәре күп, әммә үҫтереүҙе талап иткән йүнәлештәр ҙә байтаҡ. Бөгөн фәнни мөмкинлектәрҙе инновацияларға, йәғни һатыла торған продукттарға әйләндереү өҫтөндә эшләү зарур. Башҡортостанға биотехнологиялар һәм радиоэлектроника өлкәләрендә позицияларҙы тергеҙергә кәрәк, тип иҫәпләйем, — тине Иван Бортник.

Эшҡыуарлыҡ һәм инноватика конвенты 7 декабрҙә тамамлана. Форум сиктәрендә мәғлүмәт үҙәге белгестәре бизнес булдырыу, һалым һалыу, бизнес-планлаштырыу һәм проекттарҙы презентациялау буйынса теләгән һәр кемгә консультация бирә ала. Мәскәүҙең алдынғы бизнес-тренерҙары йәштәр эшҡыуарлығы, инновациялар, мәғлүмәт технологиялары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәрәсәк.