8 декабрь, Кесе йома

06 декабрь 2012 йыл, 15:21

Башҡортостан делегацияһы Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан делегацияһы 6 декабрҙә Ҡазанда асылған Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында ҡатнаша. Делегация составына республиканың муниципаль берәмектәре вәкилдәре инде. Дөйөм алғанда Башҡортостан исеменән 115 кеше сығыш яһай, был форумдың иң ҙур делегацияларының береһе булып тора. Съезда Рәсәй Федерацияһының 61 субъектынан 800 делегат, 34 сит илдән 218 ватандаш, 300-ҙән ашыу ҡунаҡ һәм 120 журналист ҡатнаша.

Быйыл Бөтә донъя татарҙары конгресын булдырыуға 20 йыл тула. I съезд Татарстан Президенты Указы менән 1992 йылда саҡырыла. Съезд һәр биш йыл һайын үткәрелә. Бөгөн Бөтә донъя татарҙары конгресы 376 милли-мәҙәни ойошманы берләштерә. Уларҙан 203 ойошма – Рәсәй Федерацияһында, 123 ойошма – сит илдәрҙә. Конгрестың Башҡарма комитеты менән шулай уҡ 50 йәштәр берләшмәһе хеҙмәттәшлек итә.

V съезда Бөтә донъя татарҙары конгресының 2007-2012 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ, алдағы йылдарға татар этносының үҫеш юлдары билдәләнәсәк, халыҡтың телен, традицияларын һаҡлау механизмдары тикшереләсәк. ТР Фәндәр академияһы ғалимдары һәм белгестәре менән әҙерләнгән Татар халҡының этник берҙәйлеген һаҡлау концепцияһы проекты тикшереүгә тәҡдим ителәсәк. Съезд программаһында пленар һәм өс секция ултырыштары ҡаралған. Шулай уҡ форумда «Татар иле» бөтә донъя татар социаль селтәренең презентацияһы үтәсәк.