3 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2012 йыл, 13:16

Рәсәйҙә Яңы йыл каникулдары 10 көн дауам итәсәк

автор: Галина Бахшиева

Рәсәй халҡы өсөн Яңы йыл каникулдары 30 декабрҙә башлана. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбегә, 31 декабргә, күсерелә.  

РФ Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, шулай уҡ 7 ғинуар – Раштыуа байрамы – илдә ял һәм байрам көндәре булып тора.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән асыҡлауҙарынса, ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Әммә был ғинуарҙың эшләмәгән байрам көндәренә тура килгән ял көндәренә ҡағылмай.

2013 йылда эшләмәгән байрам көндәре – 5 һәм 6 ғинуар – шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн РФ Хөкүмәте ҡарары менән 5 ғинуарҙағы ял көнө кесе йомаға, 2 майға, күсерелә. Шулай уҡ 6 ғинуарҙағы ял көнө йомаға, 3 майға, күсерелә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында 2012 йылдың 30 һәм 31 декабре, 2013 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары ял көндәре булып тора. 2012 йылдың 29 декабрендәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.