8 декабрь, Кесе йома

06 декабрь 2012 йыл, 11:37

Өфөлө Айвар Ғафуров – кикбоксинг буйынса Европа чемпионы

автор: Айҙар Зәкиев, Әлим Фәйезов | фото: Динар Кәлимуллин

Румынияның баш ҡалаһы Бухареста кикбоксинг буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Ярыштарҙа донъяның төрлө илдәренән 35 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан вәкиле, 25 йәшлек халыҡ-ара класлы спорт мастеры Айвар Ғафуров был бәйгелә алтын миҙал яуланы.

Турнирҙың тәүге ярыштарында Айвар Франциянан Грен Григорьев, Төркиәнән Ерхан Йулфуз, Румыниянан Андреа Костеа менән көс һынашып, еңеп сыҡты.

— Финалда ике метрлыҡ поляк спортсыһы Камиль Рута менән көс һынаштым, -  тип һөйләне чемпион. – Ул үҙенең физик көсө ярҙамында барыһын да еңеп килгән. Минән ярты башҡа оҙонораҡ һәм ауырыраҡ. Татамиға сыҡҡас, тик техникаға һәм уңышҡа ғына өмөт иттем. Тәүге ике раундта контратака эшләнем, аҙаҡҡы раунд бик ауыр булды. Һуңғы көсөмдө йыйып, аҙаҡҡаса көрәштем һәм поляк спортсыһын бер аҙға ғына артта ҡалдырып, еңеп сыҡтым. Еңеүемә ысын күңелдән шатмын. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, Рәсәй чемпионатына әҙерләнә башлаясаҡмын.

темалар: кикбоксинг