Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы «Ладья. Ҡышҡы әкиәт 2012» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша

Йәмғиәт

Башҡортостан делегацияһы тәүгә «Ладья. Ҡышҡы әкиәт 2012» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша. Форум 5 декабрҙә Мәскәүҙең «Экспоцентр» комплексында асылды. Ул 9 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Күргәҙмәлә «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслалары, «Салауат» ательеһы, Рәссамдар-ташҡа биҙәктәр төшөрөү оҫталары ижади союзынан йәмғеһе ун биш оҫта үҙ эштәрен тәҡдим итә.

Танылған оҫталарҙан тыш, йәрминкәлә Өфө лицейҙарынан йәш оҫталар ҙа ҡатнаша. Улар ағасҡа һырлап биҙәктәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк.

Мәскәүҙә үткән күргәҙмәлә илдең 59 төбәгенән һәм һигеҙ яҡын сит илдән йәмғеһе 1260 ҡатнашыусы үҙ эштәрен тәҡдим итә. Форум сиктәрендә Рәсәй гармунсылары фестивале ойоштороласаҡ. Шулай уҡ йәрминкәлә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар 1,85 метрлыҡ сәйнүктән хуш еҫле сәйҙән ауыҙ итә аласаҡ. Рәсәй оҫталары менән эшләнгән был изделиеның ауырлығы 600 килограмм самаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть