Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Дәүләт Думаһында 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтте

Йәмғиәт

Мәскәүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтте, тип хәбәр иттеләр Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының матбуғат хеҙмәтенән. Ярыштар 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем Өфөлә үтә.

— Башҡортостанда спортсылар әҙерләү кимәле һәр ваҡыт юғары булды, унда профессиональ кадрҙар эшләй һәм заманса спорт комплекстары булдырылған, — тип билдәләне Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских. – 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә иң юғары кимәлдә үтәсәк, тип ышанам.

— Алдағы йылда Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк тыуған республикам һәм уның баш ҡалаһы Өфө менән сикһеҙ ғорурланам, — тине 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Баталова. – Мин һәм депутаттар корпусында эшләгән коллегаларым Өфөгә мотлаҡ килеп, Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороуҙа ярҙам итәсәкбеҙ.

Матбуғат конференцияһы сиктәрендә 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов журналистарға Уйындар тарихы тураһында һөйләне, Рәсәйҙә улар тәүгә үтәсәге хаҡында әйтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть