5 декабрь, Дүшәмбе

05 декабрь 2012 йыл, 17:11

Өфөгә Бөтә Рәсәй йәштәр этнофестивалендә ҡатнашыусылар килә

автор: Эльмира Сабирова

Кесе йома, 6 декабрҙә, Башҡорт дәүләт педагогия университетында Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале асыла. Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре сиктәрендә ул тәүгә үтәсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн Өфөгә Горно-Алтайск, Екатеринбург, Яр Саллы һәм илдең башҡа ҡалаларынан ижади йәштәр киләсәк. Конкурста шулай уҡ Өфөнөң юғары уҡыу йорттары студенттары әүҙем ҡатнашасаҡ.

Бәйге вокал, инструменталь жанр, хореография, фольклор ансамбль, мода театры номинациялары буйынса үткәрелә. Сығыштарға ижади интеллигенция, муниципаль власть органдары вәкилдәре, билдәле педагогтар, филология һәм сәнғәт өлкәһе белгестәренән торған компетентлы жюри баһа бирәсәк.

Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, төрлө милли мәҙәниәттәрҙе берләштереүҙе пропагандалау, халыҡтар дуҫлығын нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, коллективтар һәм уларҙың етәкселәре араһында ижади бәйләнештәр булдырыу сараның төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр иттеләр университеттың матбуғат үҙәгенән.

6 декабрҙә – һайлап алыу туры, 7 декабрҙә гала-концерт һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.