Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе үтәсәк

Йәмғиәт

2013 йылдың 26-27 ғинуарында Өфөлә Башҡортостандың Фелинология федерацияһы Кубогына халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе үтә. Судья булараҡ Пенза һәм Астрахань эксперттары саҡырылған. Күргәҙмәлә республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йөҙләгән йорт хайуаны ҡатнашасаҡ.

Йола буйынса сарала ҡатнашыусылар һәм тамашасылар өсөн күңел асыу программаһы ла ҡаралған. Бынан тыш, бесәй балаларын һатыу ойоштороласаҡ.

Бындай күргәҙмәләр Башҡортостан баш ҡалаһында, ғәҙәттә, йылына ике тапҡыр ойошторола. Ике көн эсендә сараға килеүселәр һаны бер нисә меңгә етә. Күргәҙмәлә шулай уҡ ветеринария белгестәре һәм профессиональ бесәй аҫраусылар буласаҡ, улар теләгән һәр кемгә консультация бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть