7 декабрь, Шаршамбы

05 декабрь 2012 йыл, 14:37

Өфөлә Константин Хабенскийҙың барлыҡ ижади студияларында шөғөлләнгән балалар йыйыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

2013 йылдың июнендә Өфөлә Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды ҡарамағындағы ижади үҫеш студиялары араһында «Ҡауырһын-2013» («Оперение») бөтә Рәсәй фестивале үтә. Был хаҡта «Родина» кинотеатрында үткән матбуғат конференцияһында актер үҙе хәбәр итте. Өфөгә ул фестивалде ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү һәм Өфө студияһында оҫталыҡ дәресен үткәреү маҡсатында килгән.

— Өфөгә барлыҡ 13 ижади үҫеш студияһында шөғөлләнгән балаларҙың килеүе көтөлә, — тип хәбәр итте Константин Хабенский. – Йәмғеһе 450-нән ашыу бала. Бында, Екатеринбургтағы кеүек үк, тәжрибәле актерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәреләсәк. Бәлки, урындағы кино индустрияһы вәкилдәре лә саҡырылыр.

Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы Өфөнөң 49-сы мәктәбендә 2011 йылдың көҙөндә асылды. Бындай студиялар Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында эшләй. Балалар уларҙа бушлай шөғөлләнә.

— Беҙ буласаҡ кино һәм театр актерҙарын әҙерләмәйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Хабенский. – Беҙҙең өсөн баланы ҡыҙыҡһындырыу, илһамландырыу мөһим. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: күп йылдар тотлоғоу менән яфаланған бер бала иркен һөйләшә башланы. Икенсе төркөмдә аралашмаусан, йомоҡ бер малай, студияла ике йыл шөғөлләнгәндән һуң, үҙенең төркөмөндә лидер булып йөрөй.

Константин Хабенский һүҙҙәренсә, уның коллегалары балалар менән бушлай шөғөлләнә. Өфөгә Леонид Ярмольник, Елизавета Боярская кеүек билдәле актерҙар килеп китте.

— Йылдан йыл балаларҙың үҫеш кимәле күтәрелә бара. Урындағы педагогтарҙың оҫталығы һәм профессионаллеге көслө йоғонто яһай, — тип билдәләне Константин Хабенкий.