Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары Мәскәүҙә «ПИР» йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостан аграрийҙарының 14-16 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «ПИР» махсуслаштырылған йәрминкәһендә ҡатнашыуы тикшерелде. Кәңәшмәлә эшкәртеүсе предприятиелар етәкселәре, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре һәм «Рәсәй төбәк продукты» проекты етәксеһе Иван Фетисов ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко алып барҙы.

Ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостанда Рәсәйҙең Ресторан һәм отелье хужалары федерацияһы вәкилдәре килеп китте, тип иҫкә төшөрҙө министр. Улар эшкәртеүсе предприятиеларҙа булды һәм Рәсәй баҙарына сығарыу өсөн республикала етештерелгән продукция өлгөләрен һайлап алды.

— Бал, ҡымыҙ, йылҡы итенән эшләнгән деликатестар, сыр, бальзамдар, милли һөт аҙыҡтары уларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Йәмғеһе 20 төрҙән ашыу продукция, — тип хәбәр итте Николай Коваленко.

Иван Фетисов күргәҙмә тураһында һөйләне. Баш ҡала баҙарында ниндәй продукцияның ҙур һорау менән ҡулланылыуын, төбәк продукттарын Мәскәү баҙарына сығарыу өсөн нимәләр эшләү кәрәклеген асыҡлау сараның төп маҡсаты булып тора, тип билдәләне ул.

— Кешеләр экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукттар һатып алырға теләй. Баш ҡала магазиндарында тап шундай продукция етешмәй, — тине проект етәксеһе.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә биш төбәк – Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан, Дағстан, Камчатка һәм Алтай крайы продукцияһы тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть