Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә ҡырғыҙ мәҙәниәте күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Башҡортостан баш ҡалаһында ҡырғыҙ мәҙәниәте күргәҙмәһе асылды. Уны ойоштороусылар булып БР Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә «Ала-Тоо» ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай. Экспозицияла ҡырғыҙ сувенир продукцияһы, Ҡырғыҙстан Республикаһының текстиль сәнәғәте менән етештерелгән кейемдәр, шулай уҡ милли костюмдар, республиканың тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары хаҡында фотоматериалдар тәҡдим ителә.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Ҡырғыҙстандың бай тәбиғәте, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, шулай уҡ иҡтисады сағылдырылған видеофильм күрһәтелде. Ҡунаҡтар төрлө милли ризыҡтарҙан да ауыҙ итте.

Күргәҙмә Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 73 адресы буйынса көн һайын 12 декабргә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть