7 декабрь, Шаршамбы

05 декабрь 2012 йыл, 10:46

Башҡортостан «Китап» нәшриәте бөтә Рәсәй конкурсының дипломына лайыҡ булды

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы менән иғлан ителгән «Искусство книги. Традиции и поиск» конкурсының дипломына лайыҡ булды.

Бындай абруйлы наградаға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сыҡҡан «Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр «Китап» нәшриәтенән.

Тантаналы сара Мәскәүҙә ойошторолған XIV «Нон-Фикшн» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Үҙәк рәссамдар йортонда үтте.