6 декабрь, Шишәмбе

05 декабрь 2012 йыл, 10:13

Рөстәм Хәмитов ТЭФИ лауреаттары һәм «Рәсәй гүзәле» исемен алған Элина Кирәева менән осрашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ТЭФИ-Төбәк 2012» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы наградаларына лайыҡ булған тележурналистар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы («Россия» телеканалы) хеҙмәткәрҙәре Алина Сөләймәнова һәм Эрнест Хәйруллин, БЮТ каналының «Тамыр» балалар студияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина, «Рәсәй гүзәле» исемен алған Элина Кирәева менән осрашты.

— Барығыҙҙы ла бында күреүемә шатмын. Һеҙ – еңеүселәр, күптән түгел абруйлы наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Был минең өсөн дә ҙур ҡыуаныс, — тип сәләмләне конкурстарҙа еңеүселәрҙе республика Президенты. – Республика өсөн лайыҡлы эштәр эшләгән кешеләргә көндәлек тормошта рәхмәт һүҙен еткерергә мөмкинлек табырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Республика халҡы өсөн уңыштар тарихы бик мөһим. Һәм һеҙ был уңыштарға өлгәштегеҙ. Ижади донъяла һеҙ яңы идеялар, яңы образдар булдыраһығыҙ, быларҙың барыһы ла мөһим, ҡыҙыҡлы. Был залда беҙ рәсми делегациялар менән осрашабыҙ, бер нисә тапҡыр спортсылар менән осраштыҡ, әммә бындай форматта осрашыу тәүгә үтә. ТЭФИ наградаһын алыу оло мәртәбә өҫтәй. Ә Башҡортостан ҡыҙҙарының иң матур булыуы хәҙер рәсми рәүештә раҫланды. Төбәгебеҙгә дан алып ҡайтҡанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Телекомпания хеҙмәткәрҙәре һәм Элина Кирәева республика етәкселегенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың абруйын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өсөн 2013 йылда төбәктә Рәсәй кимәлендәге ҙур саралар үткәрергә тәҡдим итте.

Башҡортостан Президенты тәҡдимдәрҙе ихлас ҡабул итте һәм алдағы йылдың авгусында — «Евразия тауышы», ноябрендә — «ТЭФИ-Төбәк» үткәреләсәге хаҡында әйтте. Шулай уҡ, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2013 йылда Өфөлә «Рәсәй гүзәле» конкурсының финалын да үткәрергә мөмкин.