Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада старт ала

Йәмғиәт

7 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты башланғысы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дистанцион олимпиада старт ала. 12 декабргә тиклем дауам итәсәк ярыштарҙа дөйөм белем биреү учреждениеларының 8-11 класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Университеттың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп уҡыусыларын башҡорт телен һәм әҙәбиәтен тәрән өйрәнеүгә, мәғариф өлкәһендә заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға йәлеп итеү, шулай уҡ уларҙы сығарылыш имтихандарын тапшырыуға әҙерләү ярыштарҙың төп маҡсаты булып тора.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада ике этапта үткәреләсәк. Беренсе этап сиктәрендә балалар тест һорауҙарына яуап бирәсәк. Улар БДУ-ның рәсми сайтында, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты бүлегендә 7 декабрҙә урынлаштырыласаҡ. Яуаптарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: olimpiada.bash2012@yandex.ru.

Икенсе этап – йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү – 12 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында үтә. Сара 14 сәғәттә башлана. Олимпиадала еңеүселәр БР Мәғариф министрлығы дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (347) 273-82-72 (Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканаты).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть