Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Тулайым төбәк продукты күләме буйынса Башҡортостан «триллионлы» төбәктәр иҫәбенә инәсәк

Иҡтисад

Тулайым төбәк продукты күләме бер триллион һумдан ашыу булған Рәсәй субъекттары исемлегендә Башҡортостандың туғыҙынсы төбәк булыуы ихтимал. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов 4 декабрҙә Өфөлә үткән Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында хәбәр итте.

— Тулайым төбәк продукты буйынса триллион һумлыҡ сикте үтеп, «триллионлылар клубы»на инергә уйлайбыҙ. Бындай субъекттар Рәсәй Федерацияһында һигеҙ, беҙ туғыҙынсыһы буласаҡбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәктә сәнәғәт производствоһы үҫеше 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса яҡынса 6,5 – 6,7 процент тәшкил итәсәк, ә үткән 11 ай эсендә йыйылған һалымдар күләме 2011 йылдағы сумманан ашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть