10 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2012 йыл, 16:32

Әмир Әминев Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булды

автор: Алик Шакиров

«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев «Ҡытай-город» повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булды.

Әмир Әминев – күренекле башҡорт яҙыусыһы, бер нисә китап авторы. Ул Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле яҙыусы Анатолий Генатуллиндың (Талха Ғиниәтуллин), шулай уҡ яҙыусылар Андрей Платонов, Валентин Распутин, Василий Беловтың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән.

— Был минең рус телендәге тәүге китабым, — тип һөйләй Әмир Әминев «Республика Башкортостан» гәзитенең бөгөнгө һанында. – Унда «Ҡытай-город», «Танкист» һәм «Усман ташы» исемле өс повесть, шулай уҡ һигеҙ хикәйә инде. Уларҙа замандың көнүҙәк, айырыуса социаль мәсьәләләренә иғтибар бүлергә тырыштым.