3 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2012 йыл, 15:23

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә әҙерлекле заманса кадрҙар кәрәк»

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Өфөлә «Кадрҙар потенциалын үҫтереү: төбәк аспекты» төбәк-ара кадрҙар форумы үтә. Дәүләт власы органдары вәкилдәре, предприятие һәм персонал менән идара итеү хеҙмәте, белем биреү һәм ғилми учреждение етәкселәре өсөн үҙ-ара килешеп эш итеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығын булдырыу ике көнлөк форумдың төп маҡсаты булып тора. Кадрҙар форумында Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дәүләт власы органдары, бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.  

— Бөгөн беҙҙә ҡыҙыҡлы ваҡиға – тәүгә бындай форматта кадрҙар форумы үтә, — тип мөрәжәғәт итте сарала ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. – Бындай сараның беҙҙең республикала үтеүе беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Форумдың төп идеяһы – илде һәм уның төбәктәрен яңыртыу өсөн кадрҙар потенциалын үҫтереү, хеҙмәткәрҙәр ресурсын нығытыу. Бөгөн был, әлбиттә, ҙур әһәмиәткә эйә.

Республика Президенты билдәләүенсә, 20 йыл дауамында бер иҡтисади система икенсеһенә күсә һәм был процесс ҙур территорияларҙа бара.

— Был процесс ауыр бара, ҡайһы саҡта хаталар ҙа ебәрелә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һәм кадрҙар тематикаһы барлыҡ был процестарҙың көн тәртибендә булған мөһим темаларҙың береһе булып тора. Кешеләрһеҙ бер нимә лә эшләй алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә кадрҙар менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу, юғары профессиональ белгестәр корпусын формалаштырыу мәсьәләһе төп темаға әүерелә. Башҡортостан үҙенең яңы үҫеш осорон кисерә. Беҙ заманса асыҡ сәйәсәт алып барабыҙ, беҙҙең менән эшләргә теләгән инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Беҙгә килгән белгестәргә бик шатбыҙ. Ҙур компаниялар заманса предприятиелар төҙөй башлай, улар республика һәм ил иҡтисадына тиҫтәләгән йылдар дауамында хеҙмәт итер, тип ышанам. Беҙ күп йылдарға алдан планлаштырабыҙ.

Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда инвесторҙар менән әүҙем эш алып барыла, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

— Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ, административ кәртәләрҙе мөмкин тиклем бөтөрөргә тырышабыҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Был йүнәлештә эштәр башланды. Уларҙы атҡарыу еңелдән булмаһа ла, башҡарма власть органдарының инвесторҙар менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуы хаҡында әйтергә була. Был йәһәттән уларҙың предприятиеларында эшләйәсәк кешеләр һайлап алыу ауырыраҡ. Тышҡы яҡтан барыһы ла яйлы: беҙҙә яҡшы белгестәр әҙерләгән ҙур университеттар бар. Әммә ҡалған яғы үтә яҡшы түгел. Ошоға бәйле электрон белем алыуға иғтибар бүлдек. 2013 йылда республикала электрон белем биреү мәсьәләһе менән генә шөғөлләнәсәк дәүләт бюджет учреждениеһын булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостанда электрон университет булдырыласаҡ.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөн йәш кадрҙар әҙерләү һәм уларҙы йәлеп итеү проблема булып тора.

— Мәктәпте тамамлаусы иң яҡшы уҡыусыларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу беҙҙең өсөн ҙур проблема булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов. – Мәктәпте тамамлаусыларҙың яртыһы тиерлек сит төбәктәргә, шул иҫәптән баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарына уҡырға китә. Был процесты туҡтата алмайбыҙ, әммә уны туҡтатырға кәрәк. Беҙҙәге юғары уҡыу йорттарының конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү зарур. Әлегә был проблема булып тора. Беҙҙә Башҡортостан Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте кимәлендә кадрҙар резервы менән эшләү йәһәтенән мәсьәлә бер ни тиклем хәл ителә. Унда Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге булдырылған. Беҙгә әҙерлекле заманса кадрҙар кәрәк.

Өфөнөң Конгресс-холында форумдың пленар өлөшө үтте. Көндөң икенсе яртыһында түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү планлаштырыла.

5 декабрҙә форум оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә дауам итәсәк.