Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «500 ферма» программаһы сиктәрендә 30 комплекс яңыртылған

Иҡтисад

Башҡортостанда «500 ферма» программаһы сиктәрендә яңыртыла башлаған 68 ферманың утыҙынсыһы файҙаланыуға тапшырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән.

Асҡын районының «Ҡуяштыр» ауыл хужалығы етештереү кооперативында 300 башҡа иҫәпләнгән һыйыр аҙбары ремонтланған һәм йыһазландырылған. Реконструкцияланған биналарҙа фермерҙар тоҡомло мал аҫрарға ниәтләй.

Иглин районының «Агротех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ике һыйыр аҙбары һәм бер быҙау аҙбары яңыртылған. Быйыл көҙ Финляндиянан килтерелгән айшир тоҡомло 154 баш һыйыр өй туйлаған да инде. Быҙау аҙбарында бындай тоҡомло 12 быҙау аҫрала. Ферманы яңыртыу, тоҡомло мал һатып алыу менән бер рәттән, яҡынса 40 миллион һумға төшкән. Сығымдарҙың бер өлөшө – 12 миллион һумдан ашыуы – төҙөлөш-монтажлау эштәренә, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға бирелгән субсидия иҫәбенә ҡапланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть