Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан электрон хөкүмәтте үҫтереү буйынса проекттар конкурсында еңеү яуланы

Йәмғиәт

Башҡортостандың төбәктә электрон хөкүмәтте үҫтереү буйынса проекты илдең өс иң яҡшы проекты иҫәбенә инде. Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль субсидия алыу хоҡуғына проекттар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Йәмғеһе 74 заявка ҡабул ителде, уларҙың дөйөм суммаһы яҡынса 2,4 миллиард һум тәшкил итте, тип хәбәр ителә ведомство сайтында. Конкурста ҡатнашыуға 48 төбәк һайлап алынды, уларҙың 22-һе еңеүсе тип табылды. Был төбәктәр 670 миллион һум күләмдәге субсидияны үҙ-ара бүлешәсәк.

Проект өсөн ҡуйылған балдар һаны буйынса Башҡортостан өсөнсө урын алды. Ханты-Манси автономиялы округы һәм Орлов өлкәһе лидерҙар булды. Электрон хөкүмәтте үҫтереүгә республика федераль ҡаҙнанан 28,980 миллион һум аҡса аласаҡ, ҡушып финанслау тәртибендә төбәк бюджетынан 100 миллион һум йәлеп ителәсәк.

— Өҫтәмә средстволар Башҡортостанда электрон хөкүмәтте әүҙемерәк үҫтереү өсөн импульс бирәсәк, — тип билдәләне төбәктең Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе Илдар Ямалов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть