9 декабрь, Йома

04 декабрь 2012 йыл, 12:12

Республика Президенты ШОС һәм БРИКС саммитарына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты составына инде

автор: «Башинформ»

Дәүләт башлығы Владимир Путин ил Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаковты Рәсәйҙең 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берләшмәһендә рәйеслек итеүен тәьмин итеү һәм саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Ойоштороу комитеты составына 27 кеше инде. Улар араһында – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Финанс министрлығы башлығы Антон Силуанов, иҡтисади үҫеш министры Андрей Белоусов, транспорт министры Маким Соколов, РФ Президентының эштәр идарасыһы Владимир Кожин, Федераль һаҡ хеҙмәте директоры Евгений Муров, Сит ил эштәре министрлығы башлығы урынбаҫарҙары Игорь Моргулов һәм Сергей Рябков, Кремль хакимиәте башлығы урынбаҫары – РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков, РФ Президентының Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы начальнигы Андрей Цыбулин, РФ Президентының Протоколдар идаралығы начальнигы Владислав Китаев, РФ Президентының канцелярия етәксеһе Антон Кобяков, Федераль именлек хеҙмәте директорының беренсе урынбаҫары Сергей Смирнов, РФ Президенты советнигы Игорь Левитин, РФ Президенты ярҙамсыһы Эльвира Нәбиуллина, Федераль именлек хеҙмәтенең Оператив мәғлүмәт һәм халыҡ-ара бәйләнештәр хеҙмәте етәксеһе Сергей Беседа.

Алдан хәбәр ителеүенсә, ШОС һәм БРИКС илдәренең сираттағы саммиты Башҡортостан баш ҡалаһында 2015 йылда үтә.