Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Мой банк» банктар төркөмө хужаһы Глеб Фетисов менән осрашты

Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мой банк» банктар төркөмө хужаһы Глеб Фетисов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда республикала кредит-финанс институттарын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республиканың банктар системаһы ярайһы уҡ ҡатмарлы. Бөгөн Башҡортостанда 96 банк эшләй, уларҙың 11-е – төбәк банкы, ҡалғандары – филиалдар.

— Филиалдарҙың булыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә килемдең бер өлөшө баш структураларға ебәрелә һәм беҙҙә йыйылған һалымдар күләме кәмей. Ә беҙ үҫешергә, объекттар төҙөргә, эш хаҡы түләргә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Шуға күрә һеҙҙең банк менән хеҙмәттәшлек итеү темаһын тикшерергә теләйбеҙ.

Глеб Фетисов республиканы бай территорияларҙың береһе тип атаны.

— Беҙ бында 1995 йылда эшләй башланыҡ. Нефть комплексы, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек иттек. Банк өлкәһендә ете йыл самаһы эшләйем, — тине Глеб Фетисов. – Былтыр беҙҙең төркөмгә ингән банктарҙы берләштерә башланыҡ һәм беҙҙең Новосибирскиҙағы банкты Башҡортостандағына ҡушырға булдыҡ. Күрһәткестәр буйынса улар береш булһа ла, тап шундай ҡарарға килдек.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть