Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Максимовка ауылында яңы микрорайон төҙөлөшөн тикшерҙе

Сәйәсәт

3 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында Максимовка ауылында яңы микрорайон төҙөлөшөн тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика етәксеһе өс бүлмәле фатирҙы ҡараны һәм микрорайонды үҫтереү мөмкинлектәре менән танышты. Микрорайон элекке аэродром биләмәһендә төҙөләсәк. Дөйөм алғанда бында тәүге этапта 218 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, артабан был һан 500 меңгә етәсәк. Шул уҡ ваҡытта яңы микрорайонда 20 меңгә тиклем кеше йәшәй аласаҡ. Улар өсөн социаль инфраструктура объекттарын, атап әйткәндә, бала баҡсаларын, поликлиникалар, мәктәптәр һәм сауҙа үҙәктәрен төҙөү ҡаралған. Микрорайон төҙөү проекты Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һәм муниципаль власть органдары менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть