11 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2012 йыл, 18:36

Тимур Хәкимов: «Беҙҙең һәр кемебеҙ балаларға байрам бүләк итә ала»

автор: Марина Шумилова

Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары һәм Өфө ҡала Советы депутаты Тимур Хәкимов Өфө ҡалаһы Калинин районында урынлашҡан насар күргән балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернатта булды. Улар балаларға ҡиммәтле бүләктәр алып килде, ә 112-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары уйын формаһында үҙеңде юлда дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә ER.RU.

Ошо темаға уҡыусылар театрлаштырылған тамаша ла күрһәтте.

— Балаларға ысын байрам бүләк итә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Балалар өсөн матур тамаша әҙерләгән беҙҙең бәләкәй инспекторҙарға ла рәхмәт. Бөгөн алған мәғлүмәт улар өсөн файҙалы булыр, тип ышанам. Миңә шулай уҡ интернат урынлашҡан бина ла оҡшаны – бында йылы, яҡты, балалар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Был республика һәм ҡала властарының бындай учреждениеларға тейешле иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй, — тип билдәләне Тимур Хәкимов.

Бындай акцияларҙы Өфө ҡала Советы депутаттары Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йыл һайын үткәрә. Мәктәп-интернаттарҙан тыш, улар Өфөнөң барлыҡ райондарында урынлашҡан бала йорттарына ла бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары балалар өсөн махсус викториналар әҙерләй, конкурстар һәм башҡа саралар ойоштора. Уларҙың барыһы ла юлдағы фажиғәләр һанын кәметеүгә йүнәлтелә.