Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтәсәк

Йәмғиәт

Шаршамбы, 5 декабрҙә, Дәүләт Думаһында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтә.

2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса парламент тыңлауҙары сиктәрендә үтәсәк. Парламентарийҙар һәм почетлы ҡунаҡтарҙан тыш, унда әле Дәүләт Думаһында депутат булып эшләгән элекке спортсылар ҙа ҡатнашасаҡ. Атап әйткәндә, презентацияла Александр Карелин, Ирина Роднина, Николай Валуев, Алина Кабаева, Марат Сафин, Дмитрий Носовтың ҡатнашыуы көтөлә. Уларға Өфөлә үтәсәк Уйындарға махсус саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, Дәүләт Думаһында федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтәсәк. Башҡортостан баш ҡалаһында спот форумына әҙерлек саралары һәм, ғөмүмән, Уйындар хаҡында 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова һөйләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть