10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2012 йыл, 17:18

Павел Качкаев Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Уға ундан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Һорауҙарҙың күпселеге торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылды.

Өфөлә йәшәгән ханым депутатҡа икенсегә мөрәжәғәт итә. Тәүге тапҡыр ул торлаҡ менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Ҡатын инвалид бала тәрбиәләй. Бындай ярҙам уға күрһәтелә: ғаиләгә бер нисә ай элек яңы йорттан фатир бирелә. Был юлы ҡатын торлаҡ йорттоң торошо тейешле кимәлдә булмау сәбәпле мөрәжәғәт итте. Ошо айҡанлы комиссия ла булдырылған, әммә хәлде төҙәтеү буйынса саралар күрелмәй. Павел Качкаев ярҙамсыларына Өфө хакимиәтенә мөрәжәғәт ебәреп, фатир торошо һәм күрелгән саралар буйынса тулы мәғлүмәт тупларға ҡушты.

Өфөнөң торлаҡ-эксплуатация идаралығынан ике хеҙмәткәр депутатҡа шулай уҡ торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Икеһе лә ун йылдан ашыу торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләй һәм торлаҡ алыуға сиратта тора. Павел Качкаев был мәсьәләләрҙе тикшерергә һүҙ бирҙе.

Дүртөйлө районынан килгән ҡатын 20 йыл Өфөлә йәшәгән. Бер ул тәрбиәләй. Ире вафат булғандан һуң, торлаҡһыҙ тороп ҡала. Улар йәшәгән фатир ире эшләгән предприятиеға ҡайтарыла. Һөҙөмтәлә ҡатын урамда тороп ҡала һәм тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр була. Әлеге ваҡытта ул Дүртөйлө районы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Павел Качкаев ҡатынға мәсьәләне әле йәшәгән районында хәл итергә кәңәш итте, әммә ҡатын мотлаҡ Өфөнән торлаҡ алырға теләй. Депутат бындай мәсьәләнең бик ауыр хәл ителеүе хаҡында әйтте, әммә уйлап ҡарарға һүҙ бирҙе.

Депутатҡа мөрәжәғәт иткән йәнә бер кешенең һүҙҙәренсә, унан законһыҙ рәүештә дөйөм ятаҡтағы бүлмәһен тартып алғандар. Аралашыу барышында ул кешенең һәм уның туғандарының Өфөнөң ике дөйөм ятағында бер нисә бүлмә булыуы асыҡланды. Бынан тыш, район хакимиәте граждандан бүлмәне законлы нигеҙҙә тартып алған, тигән суд ҡарары ла бар.

— Бындай осрашыуҙарҙың һөҙөмтәлелегенә баһа биреү ауыр, — тине Павел Качкаев осрашыу аҙағында. – Ғәҙәттә, депутатҡа бер нисә инстанция аша үткән кешеләр мөрәжәғәт итә, һәм уларҙың мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән була. Бындай осраҡтарҙа ярҙам итеү ауырыраҡ. Әммә бындай осрашыуҙар кәрәк.