9 декабрь, Йома

03 декабрь 2012 йыл, 16:02

Габил Мамедов: «Башҡортостан Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә иғтибар бүлде»

автор: Людмила Терновая

— Башҡортостан Президентының үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә, граждандарҙың социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса бындай ойошмаларҙың башланғыстарын яҡлау кәрәклегенә иғтибар бүлеүе оҡшаны, — тип республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе БР Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Габил Мамедов. – Бындай йүнәлеш йәмәғәт ойошмаларына теге йәки был социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн средстволар һәм ресурстар туплау мөмкинлеген бирә. Атап әйткәндә, бергәләп средстволар йыйыу шарттарында бала баҡсаларын төҙөү идеяһы өҫтөндә уйларға була. Был мәсьәләгә битараф булмаған граждандар средстволар йыйыуҙы үҙҙәре ойоштора ала. Властан иһә ер бүлеү һәм коммуникациялар менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам талап ителә. Бындай проекттарға аҡса һалырға теләгәндәр республикала әҙ түгел.