10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2012 йыл, 15:17

Күмертауҙың «Ышаныс.Өмөт.Мөхәббәт» клубы инвалид балаларҙың ата-әсәләрен берләштерә

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙың Социаль-психологик ярҙам үҙәгендә «Ышаныс.Өмөт.Мөхәббәт» клубында ҡатнашыусыларҙың сираттағы осрашыуы үтте. Унда физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ ҡала ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзалары ҡатнашты.

Осрашыуҙа инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде. Шулай уҡ ата-әсәләр өсөн психологик тренинг үткәрелде. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең йәмәғәт ойошмаларын булдырыу бөгөн бик мөһим. Бындай ойошмалар тәжрибә уртаҡлашыу, файҙалы кәңәштәр менән бүлешеү, инвалид балаларҙы реабилитациялау, улар өсөн кәрәкле шарттар булдырыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән ата-әсәләр өсөн ҙур ярҙам булып тора.