11 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2012 йыл, 14:53

Өфөлә Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре асылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡорт дәүләт педагогия университетында Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре художестволы кейеҙ күргәҙмәһе менән асылды. «Аҡмулла һәм мәғрифәтселек дәүере» экспозицияһында художество-графика факультеты студенттарының эштәре тәҡдим ителә.

Аҡмулла көндәре программаһы сараларға бай. БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, быйылғы сара сиктәрендә студенттар тәҡдиме буйынса тәүгә «Этнофест-2012» тип аталған йәштәр этнофестивале үткәреләсәк. 5 декабрҙә асыласаҡ сарала ижади йәштәрҙең вокаль, хореография, инструменталь һәм фольклор номерҙары тәҡдим ителәсәк.

Бөгөн иһә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов студенттарға һәм мәктәп уҡыусыларына лекция уҡыясаҡ.

Бынан тыш, программала Аҡмулла шиғырҙарын донъя телдәренә иң яҡшы тәржемә итеүгә республика конкурсына йомғаҡ яһау, уның шиғырҙарынан торған аудиокитап презентацияһын үткәреү, «Нәфис әҙәбиәт – милләт нигеҙе» темаһына түңәрәк өҫтәл, «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, 5-11 класс уҡыусылары араһында интернет-олимпиада һәм студенттар ҡатнашлығында шиғриәт кисәһен үткәреү ҡаралған.

Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 10 декабрҙә тамамлана.