9 декабрь, Йома

03 декабрь 2012 йыл, 14:13

Республикала 2012 йылдың иң яҡшы эшҡыуарҙары билдәләнде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда «Йыл эшҡыуары – 2012» конкурсында еңеүселәр билдәләнде. Уларҙың исемдәре Стәрлетамаҡта II «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» республика форум-күргәҙмәһендә иғлан ителде.

Быйыл Башҡортостандың бөтә тиерлек ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 74 заявка ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шул уҡ ваҡытта иң күп кеше «Етештереү өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар» һәм «Күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар» номинацияларында ҡатнашты. Ярыштар 12 номинация буйынса үткәрелде.

— Бизнес бер нисә критерий буйынса баһаланды. Улар араһында – етештереү күләменең үҫеше, яңы эш урындарын булдырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы кимәле, инновацион проекттар һәм технологиялар индереү, — тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Еңеүселәр исемлеге министрлыҡ сайтында урынлаштырылған.